Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Декабрь 2019, 16:30

Китап--рухи хазина, йәнгә ул дауа һымаҡ

Мәҙәниәт ветераны Әнүзә Хәжиәхмәт ҡыҙы Мәжитова китап уҡыусы балалар арһында " Иң күп китап уҡыусы" тигән акция иғлан итеп, үҙ призын булдырған.Уҡыусыларҙы китап уҡыуға йәлеп итеү маҡсатында уҙғарылған сараға ул ике тапҡыр йомғаҡ яһай: май айында уҡыу тамамланғанда һәм Яңы йыл шыршыһында.

Баймаҡ районының Өмөтбай ауыл китапханаһында 30 йылдан ашыу эшләп, хаҡлы ялға сығыусы, мәҙәниәт ветераны Әнүзә Хәжиәхмәт ҡыҙы Мәжитова китап уҡыусы балалар арһында " Иң күп китап уҡыусы" тигән акция иғлан итеп, үҙ призын булдырған.Уҡыусыларҙы китап уҡыуға йәлеп итеү маҡсатында уҙғарылған сараға ул ике тапҡыр йомғаҡ яһай: май айында уҡыу тамамланғанда һәм Яңы йыл шыршыһында.
Быйыл ҡыңғырау байрамында "Иң күп китап уҡыусы" акцияһында 4- се класс уҡыусыһы Гүзәлиә Садыҡова менән 5 - се класты тамалаусы Ангелина Әбйәлилова махсус призға лайыҡ булған. Китап һәр баланың айырылмаҫ дуҫы булыуын теләгән хеҙмәт ветераны уҡыусыларға яңы йыл бүләген дә әҙерләгән.
Был юлы махсус приз кемгә эләгер?
Читайте нас: