Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2019 йылдың 7 сентябрендәге 1170-се ҡарарына ярашлы, күп балалы ғаиләләр ипотека түләү өсөн 450 меңгә тиклем күләмдәге дәүләт ярҙамына дәғүә итә ала.
Атап үтелгән дәүләт ярҙамы бер тапҡыр ғына күрһәтелә. “ДОМ.РФ” акционер йәмғиәте үҙ ҡаҙнаһындағы аҡсаны үрҙә телгә алынған граждандарҙың торлаҡ кредитын тулыһынса йәки өлөшләтә түләүгә күсерә. Әммә сумма 450 меңдән дә артырға те-
йеш түгел.
Дәүләт ярҙамы 2019 йылдың 1 ғинуары-нан алып 2022 йылдың 31 декабренә тик-лем өсөнсө йәки унан да күберәк балалары тыуған граждандарға (атай йә әсәй) күрһәтелә.
Аҡса күсереү кредиторҙың мөрәжәғәте нигеҙендә башҡарыла.
Сибай ҡалаһы прокурорының өлкән ярҙамсыһы.