Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Декабрь 2019, 15:10

Юлдыбайҙар бик шат

Райондың иң ҙур һәм боронғо ауылдарының береһе Юлдыбайҙа элек-электән дәртле,талантлы халыҡ йәшәй. Республика,район етәкселеге оҙаҡ йылдар ремонт күрмәгән мәҙәниәт усағын яңынан трегеҙеп, юлдыбайҙарҙың .Тимәк, юлдыбайҙарға көндәлек тормоштан арынып ял итерҙәй урын яһаған.

Йылайыр районының Юлдыбай ауылында“Мәҙәниәт”милли проектына ярашлы күп функциялы “Ғаилә үҙәге” эшләй башланы.
Ул кешелек ҡиммәттәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индерәсәк. Бында һәр кем ғаиләһе менән ял итергә килә ала, ошонда уҡ балалар өсөн уйын мөйөшө булдырылған. Шулай уҡ социаль ярҙам күрһәтеүсе белгестәр эшләүе лә отошло. Кәрәк ваҡытта халыҡ психолог, социаль педагог һәм юрист кәңәштәрен алыу мөмкинлегенә эйә.
Ҡул эштәренә оҫталар бер-береһе менән бәйләм, сигеү, тегеү серҙәрен уртаҡлашһа, замана техникаһына битараф булмағандар компьютерҙа шөғөлләнә.