АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Декабрь 2019, 18:00

Сәләмәтлек аша—бәхеткә!

“Ғаилә” үҙәге, социаль приют, бәлиғ булмаған үҫмерҙәр эштәре буйынса комиссияла иҫәптә тороусы 210 бала “Ирәндек” боҙ һарайында конькиҙа шыуыуыға йәлеп ителгән. Шорт-трек секцияһы тренерҙары үткәргән “Асыҡ ишектәр”гә килеүселәр спорттың был төрөн үҙ итеп, даими шөғөлләнә башлаған. Проектҡа бүленгән грант аҡсаһына шорт-трек өсөн экипировка һәм күмәк шыуыу өсөн конькиҙар һатып алынған.

Рәсәй Федерацияһы Президенты грантының “Сәләмәтлек аша—бәхеткә!” проекты былтыр ноябрҙә старт алды. Йыл дауамында проект парнерҙары һәм команда аҙ тәьмин ителгән һәм күп балалы ғаиләләрҙә, социаль приютта тәрбиәләнгән балалар һәм үҫмерҙәрҙе әүҙем, сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырҙы, спорт менән шөғөлләнеүгә йүнәлткән. Сара сиктәрендә “Ғаилә” үҙәге, социаль приют, бәлиғ булмаған үҫмерҙәр эштәре буйынса комиссияла иҫәптә тороусы 210 бала “Ирәндек” боҙ һарайында конькиҙа шыуыуыға йәлеп ителгән. Шорт-трек секцияһы тренерҙары үткәргән “Асыҡ ишектәр”гә килеүселәр спорттың был төрөн үҙ итеп, даими шөғөлләнә башлаған. Проектҡа бүленгән грант аҡсаһына шорт-трек өсөн экипировка һәм күмәк шыуыу өсөн конькиҙар һатып алынған.
Боҙҙа бер нисә тапҡыр “Күңелле старттар” ойошторолған. Үҫеп килгән йәш быуынға сәләмәт йәшәү рәүешенең өҫтөнлөктәре, тәмәке, алголле эсемлектәр, наркотиктарҙың үлемесле булыуҙары тураһында буклеттар, флайерҙар һәм афишалар таратылған.
--Рәсәй Федерацияһы Президенты грантын тормошҡа ашырыу ахырына яҡынлаша. Уны баштан алып аҙағынаса ғәмәлгә индереүгә булышҡан итеүселәр—Р.М.Ғәнибаев, А.Ф.Аҙнабаева, Л.А.Князева, М.Г.Хәйбуллина, партнерҙарға һәм ирекмәндәргә ҙур рәхмәт белдерәм,--ти проект етәксеһе Ғаяз Ғәлиәкбәров.--Аҙ тәьмин ителгән һәм күп балалы ғаиләләрҙә, социаль приютта тәрбиәләнгән балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе быйыл да күмәк шыуыуҙарға, ә тиҙлек яратыусыларҙы шорт-трек секцияһына саҡырыбыҙ.