АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Декабрь 2019, 11:05

Мәҙәни үҙәк булдырылды

Яңыраҡ Йылайыр районының Юлдыбай ауылы мәҙәниәт йорто реконструкциянан һуң, ғаилә мәҙәни үҙәге булараҡ сафҡа инде. «Мәҙәниәт» федераль маҡсатлы программаһы гранты ярҙамы менән бинаға яңы һулыш бирелде.

“Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә Башҡортостанда дәррәү эш алып барыла. Биналарға реконструкция эшләнелә, ремонттар бара, ҡайҙалыр газ үткәрелә. Яңыраҡ Йылайыр районының Юлдыбай ауылы мәҙәниәт йорто реконструкциянан һуң, ғаилә мәҙәни үҙәге булараҡ сафҡа инде. «Мәҙәниәт» федераль маҡсатлы программаһы гранты ярҙамы менән бинаға яңы һулыш бирелде. Яңы мәҙәни үҙәк асылыуын ауыл халҡы көтөп алған. Бинаны төҙөкләндереүгә республика ҡаҙнаһынан ете миллион һум аҡса бүленгән. Киләсәктә үҙәк һис шикһеҙ башҡорт милли сәнғәтен, йолаларын һаҡлап ҡалыуға үҙ өлөшөн индерер.

#нацпроект
#миллипроект