Сибай китапханалар селтәренең Арҡайым ҡасабаһындағы моделле китапханаһында инвалидтар көнө уңайынан “Башҡаларға ярҙам иткәндә беҙ үҙебеҙҙе ярҙан этмәйбеҙ” акцияһы үтте. Сара сиктәрендә китапханасы Н.С. Ишбирҙина ҡасабала йәшәүсе иң әүҙем китап уҡыусы Алһыу Яфарованың барып хәлен белде. Алһыу Мөхәмәйән ҡыҙы берҙән-бер улы Артурҙың ғаиләһе менән йәшәй. Ваҡытлы матбуғатты күпләп алдыра, буш ваҡыттарында ҡул эштәре менән булыша. Оло йәштә булһа ла хужалыҡта ярҙам итешә, ейәнен ҡараша. “Китап ене ҡағылған” ағинәй белем усағына килгән бер генә яңы баҫманы ла күҙ уңынан ысҡындырмай.
Шулай уҡ мәҙәниәт учреждениеһына йәш китап уҡыусы Нурислам Сәфиуллин һәм уның уңған әсәһе Фирүзә Зөбәйер ҡыҙы саҡырылды. Динислам улдарының игеҙәге һыңары Нурисламдың тыумыштан физик мөмкинлектәре сикләнгән. Шуға ҡарамаҫтан, малай тиҫтерҙәренән ҡалышмаҫҡа, китап уҡырға, һәр яҡлап үҫешергә ынтыла. Атаһы менән әсәһе уның сәләмәтлеген ныҡлы ҡайғырта. Үҙенсәлекле бала әсәһе төшөнкөлөккә бирелмәй, улдарын лайыҡлы ҡарай, иңенә төшкән ауыр һынауҙы ғорур атҡара. Ҡала, республика кимәлендә үткәрелгән саралараҙа әүҙем ҡатнаша. Күптән түгел генә ул республиканың “Әсә йөрәге” әсәләр ҡоро төбәк йәмәғәт ойошмаһы һәм “Тамыр” балалар-үҫмерҙәр телеканалы берлектә үткәргән “Гүзәлкәй” конкурсында гран-при яулаған.