Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Декабрь 2019, 17:00

Эште еңелләштерә

Мәктәп етәкселеге хәстәрлеге менән “Мәҙәниәт” милли проектының мәҙәниәт өлкәһендә хеҙмәттәрҙе цифрлы итеү һәм мәғлүмәт яҫылығы булдырыу программаһы сиктәрендә алынған заман техникаһын уҡыусылар бик тиҙ үҙләштергән.

График планшет—эште артабан компьютерҙа дауам итер өсөн мәғлүмәт индереүсе ҡәләмле ҡоролма. Икенсе төрлө әйткәндә, ул—электрон ҡағыҙ бите һәм ҡәләм. Улар ярҙамында мәғлүмәт менән төрлө программаларға ярашлы идара итеп була. Бындай планшеттың мөмкинлектәре ныҡ киң булһа ла, ҡулланылышы бик ябай, шуға ла уны балалар бик оҡшата.
Сибай художество мәктәбенең “Компьютер графикаһы һәм дизайн” йүнәлешендә шөғөлләнеүселәр ҙә күптән түгел график планшеттар менән эшләй башланы. Мәктәп етәкселеге хәстәрлеге менән “Мәҙәниәт” милли проектының мәҙәниәт өлкәһендә хеҙмәттәрҙе цифрлы итеү һәм мәғлүмәт яҫылығы булдырыу программаһы сиктәрендә алынған заман техникаһын уҡыусылар бик тиҙ үҙләштергән.
--Яңы шөғөлгә уҡыусылар күптән түгел генә тотонһалар ҙа, һөҙөмтәләр бар. Киләсәктә ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың ҡала ғына түгел, республика кимәлендәге ижади конкурстарҙа еңеп сығыуҙарына ышанам,--ти ҡаланың художество мәктәбе директоры Ф.Ф.Ҡәҙерғолова.