11 декабрҙә Сибай концерт-театр берекмәһе тамашасылар һорауы буйынса «Батырҙарҙы данлар илем бар» исемле музыкаль драмаһын тәҡдим итә.
Республикабыҙҙың 100 йыллығына арналған тамашала илһөйәр рух менән һуғарылған, тәрән мәғәнәле, бай йөкмәткеле Башҡортостандың азатлыҡ өсөн көрәш юлы, халҡыбыҙ тарихы, милләт яҙмышы сағылдырыла.
«Сулпан» балалар театры һәм Сибай филармонияһы артистары тыуҙырған образдар, йыр-бейеүҙәр аша илебеҙҙең батыр улдарына дан йырлана.
Музыкаль драманың авторы – Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Наил Ғәйетбаев,
режиссеры - Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Рөстәм Хәкимов,
композиторы – Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Нур Дауытов,
балетмейстеры - Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Сулпан Асҡарова,
ҡуйыусы рәссамы - Рөстәм Баймөхәмәтов, костюмдар буйынса рәссам - Айгөл Байрамғолова.
Тамаша Сибай драма театры залында 19.00 сәғәттә башлана.
Билет хаҡы 200-300 һум.