Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Декабрь 2019, 11:00

Лайыҡлылар бүләкләнде

Кисә Өфөлә Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы--85, Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәте 100 йыллыҡ юбилейҙарын билдәләне. Матур сарала байтаҡ ҡына шәхестәребеҙ ижадтарына күрә лайыҡлы наградалар алды. Улар араһында яҡташтарыбыҙ булыуы оло ҡыуаныс.

Кисә Өфөлә Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы--85, Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәте 100 йыллыҡ юбилейҙарын билдәләне. Тантанала Сибай ҡалаһы “Атайсал” гәзитенең баш мөхәррире, яҙыусы, журналист Хәйҙәр Тапаҡов ҡатнашты.
Матур сарала байтаҡ ҡына шәхестәребеҙ ижадтарына күрә лайыҡлы наградалар алды. Улар араһында яҡташтарыбыҙ булыуы оло ҡыуаныс: быйыл “Саҡыр мине зәңгәр киңлектәргә” китабы сыҡҡан Хәйҙәр Ниғәмәт улы Тапаҡов Башҡортостан Республикаһының Дәүләт ЙыйылышыҠоролтайҙың Почет грамотаһына лайыҡ булды.
Баймаҡ районының Буранбай ауылы уҙаманы яҙыусы, шағир, журналист Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде! Ҡотлайбыҙ!
Награданы ҡоролтай Президиумы рәйесе, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова тапшырҙы.