Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Декабрь 2019, 10:10

Эште еңеләйтә

Ул рентген һүрәтен арауыҡта тапшыра һәм электрон форматта һаҡлай. Был табиптарҙың эшен күпкә еңеләйтә.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса Республика онкология диспансерына яңы рентген диагностикаһы комплексы алынғайны. Ул 25 ноябрҙән ҡулланышта. Ошо арауыҡта 112 кеше тикшереү үткән. Комплекс ашҡаҙан-эсәк юлын, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһын ҡарауға йүнәлтелгән. Белгестәр әйтеүенсә, һанлы идара ителеүсе рентген диагностикаһы комплексы бөтә төп рентген тикшеренеүҙәре үтәүгә һәләтле. Ул рентген һүрәтен арауыҡта тапшыра һәм электрон форматта һаҡлай. Был табиптарҙың эшен күпкә еңеләйтә.
#нацпроекты