Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Декабрь 2019, 10:00

Гаджеттар тураһында яңы закон

Закон смартфондарға, компьютерҙарға һәм телевизорҙарға ҡағыла.

Ил башлығы Владимир Путин, Рәсәй программа тәьминәте булмайынса тороп, гаджеттарҙы һатыуға сығарыуҙы тыйҙы.
Закон смартфондарға, компьютерҙарға һәм телевизорҙарға ҡағыла.
Ҡуйыла торған программаларҙың һәм ҡушымталарҙың теҙмәһе хөкүмәт тарафынан билдәләнәсәк.
Был закон депутаттар Сергей Жигарев, Владимир Гутенев, Олег Николаев һәм Александр Ющенко инициативаһы менән ҡабул ителгән.
Ул 2020 йылдың 1 июлендә ғәмәлгә индереләсәк.
#ввпутин #президентрф
Читайте нас: