Яңы йыл алдынан “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылында модулле фельдшер-акушер пункты төҙөлә башланы. Махсус ҡоролма ауылға килтерелер алдынан урындағы үҙидара органдары ФАП-ты урынлаштырыу өсөн ер хәстәрләне. Һәр ваҡыттағыса, ауыл эшҡыуарҙары әүҙемлек күрһәтеп, төҙөлөш ҡалҡасаҡ урынды тигеҙләп, канализация өсөн шарттар тыуҙырып ҡуйған.