Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Декабрь 2019, 15:15

Араларында сибайҙар ҙа бар

"Әсәлек даны" миҙалы алыусылар араһында Сибай ҡалаһынан Зифа Урал ҡыҙы Ишбулдина ла бар.Күп балалы әсә Республика Башлығы ҡулынан юғары награда алыуға ифрат шат.

Көҙҙөң һуңғы көндәрендә республикабыҙҙың төрлө райондары һәм ҡалаларынан йыйылған биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән 48 әсәгә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҙур рәхмәт һәм һоҡланыу тойғоһо менән “Әсәлек даны” миҙалы тапшырҙы.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров әсәләрҙе үткән байрамдары менән ҡотлап, ғаиләнең кеше тормошонда иң ҙур, мөһим урын алыуын, күп бала үҫтереүҙең яуаплы бурыс һәм беҙҙә уның ғәҙәти, маҡтаулы күренеш булыуын билдәләне.
--Беҙ һеҙҙең һәм балаларығыҙ өсөн, хөрмәтле әсәләр, барыһын да эшләргә тырышасаҡбыҙ: мәктәптәр, балалар баҡсалары, спорт майҙансыҡтары төҙөйәсәкбеҙ, төҙөкләндерәсәкбеҙ, матурлаясаҡбыҙ. Наградаларығыҙҙы ғорурлыҡ менән тағып йөрөтөгөҙ! Мәшәҡәттәрегеҙҙең күплеген, ҡайһы саҡта көҙгөгә ҡарарға ла ваҡытығыҙ булмауын яҡшы аңлайбыҙ. Киләсәктә лә һеҙҙең хәстәрлектәр менән йәшәйәсәкбеҙ, дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итергә тырышасаҡбыҙ,– тине үҙенең сығышында Радий Фәрит улы.
Шуныһы маҡтауға лайыҡ: миҙал алыусылар араһында Сибай ҡалаһынан Зифа Урал ҡыҙы Ишбулдина ла бар. Күп балалы әсәне юғары наградаһы менән ҡотлап, ғаилә именлеге, ҡатын-ҡыҙ, әсә бәхете теләйбеҙ!