Инвалидтарҙы йәмғиәткә яраҡлаштырыу, юғары уҡыу йорттарын тамамлаусыларға һөнәри ориентация биреү һәм эшкә урынлаштырыуға шарттар тыуҙырыу маҡсатында Рәсәйҙең уҡытыу-методик үҙәктәре селтәре Бәтә Рәсәй студенттар проекттары конкурсы ойоштора. Рәсәйҙең фән һәм юғары белем биреү министрлығы ярҙамында үткән конкурс “Профессиональ иртәгә” тип атала. Быйылғы ярышҡа илебеҙҙең бөтә төбәктәренән 400-ҙән ашыу эш ебәрелгән. Финалға шуларҙың 73-ө һайлап алынған.
БДУ-ның Сибай институтының педагогия факультеты студенткаһы Сулпан Байғәлина конкурсҡа “Мин ни өсөн кәрәкле һәм файҙалы хеҙмәткәрмен: 10 аргумент” темаһына эссе тәҡдим итә. Ғилми етәксеһе, педагогия фәндәре кандидаты, мәктәпкәсә йәштәге балаларға һәм башланғыс кластарға белем белем кафедраһы доценты Лилиә Рәдиф ҡыҙы Фәйзуллина менән берлектә яҙған эсселары конкурстың республика этабында еңеп, Мәскәүҙә сығыш яһау мөмкинлеге ала. Баш ҡалала улар Мәскәү, Новосибирк, Саратов, Волгоград, Рязань, Силәбе, Омск, Ульяновск, Екатеринбург ҡалалары, Ҡырым, Ҡабарҙы-Балҡар, Адыгея республикаларынын килгән 34 студент араһында беренсе дәрәжәле диплом яулай.
--Сара Мәскәү дәүләт психология-педагогия университетында үтте. Минең презентациямдың үҙенсәлеге, шиғри юлдарҙа яңғырауы жюриларҙы ла, тамашасыларҙы ла берҙәй әсир итте,--тип ҡыуана юғары дәрәле дипломға һәм ҡиммәтле призға лайыҡ булыусы Сулпан Байғәлина.—Баш ҡалаға сәфәр ҡылыу мөмкинлеге биргән ҡыҙ уҡыу йорто етәкселегенә, Лилиә Рәдиф ҡыҙына айырыуса рәхмәтлемен. Был еңеүем Рәсәй кимәлендә булһа, былтыр Өфөлә абилимпикста туризм буйынса сығыш яһап, II дәрәжәле диплом алғайным.
Сулпан Баймаҡ районының Муллаҡай ауылы ҡыҙы. Йәш ҡыҙ өсөн ҡала күп мөмкинлектәр аса. “Мәғариф” милли проектының “Һәр кем өсөн яңы мөмкинлектәр” программаһы сиктәрендә БДУ-ның Сибай институтында бер юлы ике факультетында—педагогия,иҡтисад һәм хоҡуҡ тармағында белем ала. Буш ваҡыттарында инглиз телен тәрәндән өйрәнә.