Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Декабрь 2019, 18:00

Парк буйлап белгестәр менән

Сибай ҡалаһында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә йәйҙән бирле аҙна һайын ойошторолған “Табип менән саф һауала” акцияһы шаршамбынан шәмбегә күсерелде. Был юлғы сара көҙ айының һуңғы көнөндә үтте.

Сибай ҡалаһында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә йәйҙән бирле аҙна һайын ойошторолған “Табип менән саф һауала” акцияһы шаршамбынан шәмбегә күсерелде. Был юлғы сара көҙ айының һуңғы көнөндә үтте. Сибайҙар менән йәйәү йөрөргә табип-травматолог Линар Ҡыҙрасов, психиатрия бүлеге мөдире Эльвина Ҡоланбаева, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы мөдире Диана Заманова, анестезиология-реанимация бүлеге мөдире Фәнзил Мырҙабаев сыҡты. Кешеләр табиптарға башлыса миҙгелгә ярашлы ҡышҡы һалҡындарҙан һаҡланыу, сынығыу алымдары, вирусҡа ҡаршы тороу кеүек һорауҙар бирҙе. Травматолог тайғаҡта һаҡ булырға өндәһә, гинеколог, әлбиттә ҡатын-ҡыҙҙарға тимер, таш эскәмйәләргә ултырмаҫҡа, аяҡтарын өшөтмәҫкә кәңәш итте. Миңза Латипова, мәҫәлән, йәш белгестәр менән рәсми булмаған шарттарҙа аралашыуҙан йәм табыуға ҡыуанды.
--Аҡ халат нисектер етдилек өҫтәй. Ә бында күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеүе күңелле. Етмәһә, бер урында ғына тормайбыҙ, парк буйлап белгестәр менән үтеүе үҙе бер ғүмер,-- ти Миңза Исҡужа ҡыҙы.