Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Декабрь 2019, 14:00

Кеше ғүмерҙәре өҙөлгән

Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе сигендә теркәлгән юл фажиғәһендә өс кешенең ғүмере өҙөлгән.

Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе сигендә теркәлгән юл фажиғәһендә өс кешенең ғүмере өҙөлгән.
Йәкшәмбе иртәнсәк Магнитогорск эргәһендә Hyundai Elantra һәм «Лада Ларгус» бәрелешкән. «Ларгус»тың водителе - таксист - Сибайҙан Силәбегә пассажирҙар алып китеп барған. Пассажирҙарҙы ла ул «BlaBlaCar» аша тапҡан.
Шаһиттар һөйләүенсә, ҙур тиҙлектә елдергән Hyundai ҡаршыһына ҡапыл «Лада» килеп сыҡҡан. Һөҙөмтәлә ике водитель һәм Ларгустың ике пассажиры һәләк булған. Өс кеше - Сибайҙан. Йәрәхәтләнгән тағы өс кеше дауаханаға оҙатылған.
Республика Башлығы Радий Хәбиров һәләк булғандарҙың ғаиләләренә һәм зыян күргәндәргә тейешле ярҙам күрһәтергә, легаль булмаған таксистарҙың эшен тикшерергә ҡушты.