Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Декабрь 2019, 11:30

Күргәҙмәлә--яңы техника

“Инеш”үҙәге” булдырыу проекты уңышлы тормошҡа ашырылыуҙы иҫбатлап һытып алынған цифрлы техниканы күргәҙмәгә ҡуйҙы.Педагогтар эшмәкәрлектәрен дауам итә. Ошо арала улар Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл ауылына барып сираттағы сараны үткәрергә йыйына.

Сибай педагогия колледжы Республика Хөкүмәтенең туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү тураһындағы ҡарарына, “Мәғариф”милли проектына ярашлы конкурста ҡатнашып һәм 1 миллион һумдан ашыу грант яулауын хәбәр иткәйнек. Шуныһы ҡыуаныслы: ижади төркөм бүленгән аҡсаның 418 мең 480 һумына уҡыу йортоноң матди-техник базаһын нығытыуға тотондо.
Ошо көндәрҙә грант проектында ҡатнашыусы уҡытыусылар—Гөлнара Харисова, Гөлнара Шәкирова, Сәйҙә Мәмбәтҡолова, Татьяна Кузьмина, Гөлдәр Дәүләтбаевалар конкурста еңгән “Рус һәм башҡорт халҡының мәҙәниәте аша Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү “Инеш”үҙәге” булдырыу проекты уңышлы тормошҡа ашырылыуҙы иҫбатлап һытып алынған цифрлы техниканы күргәҙмәгә ҡуйҙы.
Педагогтар эшмәкәрлектәрен дауам итә. Ошо арала улар Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл ауылына барып сираттағы сараны үткәрергә йыйына.