Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Декабрь 2019, 10:00

Хәрби-диңгеҙ флоты ни хәлдә?

Хәрби-диңгеҙ флотына байҡау яһайҙар.

Бөгөн, 2 декабрь, Рәсәй Президенты В.В.Путин хәрби-диңгеҙ флотына бағышланған кәңәшмәләр серияһын башлай.
Билдәле булыуынса, йылына ике тапҡыр Сочи ҡалаһында Рәсәй Оборона министрлығы һәм оборона-сәнәғәт комплексы етәкселәре менән осрашыу ойошторолдо. Уҙған кәңәшмәлә традицион формат үҙгәртелгәйне һәм Владимир Владимирович Путин киләһе кәңәшмә Ҡораллы көстәрҙең айырым бер тармағына ғына арналасаҡ тип белдергәйне.
Дәүләт башлығының матбуғат секретары Д.Песков белдереүенсә, был юлы етәкселек нәҡ хәрби-диңгеҙ флоты, уның торошо һәм перспективалары хаҡында һөйләшәсәк.
#ВВПУТИН