Республика мәктәптәптәре “цифрлы” була бара. Быйыл белем усаҡтарын заманса техника менән йыһазландырыу өсөн республика федераль бюджеттан 128 миллион һум аҡса алған. Төбәктең 63 мәктәбе яңы шарттарҙа белем ала.
Киләһе 4 йыллыҡта Баймаҡ районының барлыҡ база мәктәптәре лә ошо проект мөмкинлектәре менән файҙаланасаҡ. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицей уҡыусылары яңы компьютер ҡорамалдарын ошо көндәрҙә үк үҙләштерә башланы.
“Мәғариф” милли проектының “Цифрлы белем биреү мөхите” программаһына ярашлы Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейы яңы компьютер техникаһы менән тәьмин ителде. Аҡбур, класс таҡтаһы һәм шариклы ручкаларҙы заманса техника күптән ҡыҫырыҡлай ине. Ә II сиректән белем усағында 2 компьютер класы булдырылып, уҡыусылар гаджеттар менән генә идара итә башланы.
Кабинеттер интерактив комплекстар менән тәьмин ителеп кенә ҡалмаған, һәр партаға ноутбук-трансформерҙар беркетеләгән. Улары үҙ нәүбәтендә уҡытыусының компьютерына тоташҡан. Информатика уҡытыусылары лицеистар менән берлектә яңы мөмкинлектәрҙе ихлас үҙләштерә. Милли проект сиктәрендә белем усағының махсус кабинеттарына ҡоролмалар бүленеүҙән тыш, һәр предмет белгесенә ноутбук та бирелгән. Лицей күптән цифрлы мөхиттә эшләй. Бөтә уҡытыусылар ҙа электрон журналға, уҡыусылар көндәлектәргә тоташҡан. Ошо көндәрҙә ҡайтарылған заманса ҡоролмалар уҡыу процесын цифрлаштырыуҙың яңы этабы.