“Мәғариф” милли проекты белем биреүҙең сифатын күтәреү менән бергә уҡыу учреждениеларында уңайлы шарттар булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуя.
Республикала ошоға бәйле яңы мәктәптәр төҙөү, биналарҙы яңыртыу, ремонтлау, яңы технологиялар алыу эштәре йылдам бара. Күптән түгел Баймаҡ районы Сәйғәфәр ауылы мәктәбе “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа тоташтырылды. Уҡыу йортондағы йылылыҡ белем усағына ҡот та бирә. Киләсәк тә балалар тағы ла тырышып уҡыр, ҙур уңыштарға өлгәшер тип ышанабыҙ.