АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ноябрь 2019, 17:45

Яңы инвестицион портал булдырылды

Башҡортостанда бизнес һәм инвестиция өлкәһенең Дөйөм порталы үҙгәрҙе. Хәҙер уны http://investrb.ru/ ссылкаһы аша табырға була. Был ҡарар Башҡортостан Республикаһында инвестицион һәм эшҡыуарлыҡ климатын яҡшыртыу Проект офисы ултырышында ҡабул ителде.Белгестәр алдында уңайлы һәм функциональ майҙансыҡ булдырыу бурысы торҙо.

Башҡортостанда бизнес һәм инвестиция өлкәһенең Дөйөм порталы үҙгәрҙе. Хәҙер уны http://investrb.ru/ ссылкаһы аша табырға була. Был ҡарар Башҡортостан Республикаһында инвестицион һәм эшҡыуарлыҡ климатын яҡшыртыу Проект офисы ултырышында ҡабул ителде.
Белгестәр алдында уңайлы һәм функциональ майҙансыҡ булдырыу бурысы торҙо.
Хәҙер портал структураһы дүрт өлөштән тора. Беренсе өлөштә Башҡортостан тураһында кәрәкле мәғлүмәт урынлаштырылған. Икенсе бүлектә инде инвесторҙар өсөн мәғлүмәт һәм тәҡдимдәр йыйналған. Өсөнсөһөндә бизнес-йәмғиәт өсөн мәғлүмәт күрһәтелгән. Һуңғы дүртенсе бүлек матбуғат үҙәге булып тора.
Бынан тыш та “Башҡортостанға инвестицияла”, “Инвестицион каталог”, “Бизнес навигатор” кеүек ҡыҙыҡлы бүлектәр бар.
http://investrb.ru/ сайтында төбәктә йәшәүсе һәр кем “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашыу өсөн заявка ҡалдыра ала.