АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ноябрь 2019, 10:35

Сибай йәштәре әүҙем

Сибай ҡалаһына эш сәфәре менән Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Закир улы Байғусҡаров килде. Депутат иң беренселәрҙән булып “Мәғариф” милли проектының Йәш профессионалдар ( профессиональ белем биреүеҙең конкурентлыҡ һәләтен үҫтереү) программаһы сиктәрендә БДУ-ның Сибай институты студенттары менән осрашты.

Сибай ҡалаһына эш сәфәре менән Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Закир улы Байғусҡаров килде. Депутат иң беренселәрҙән булып “Мәғариф” милли проектының Йәш профессионалдар ( профессиональ белем биреүеҙең конкурентлыҡ һәләтен үҫтереү) программаһы сиктәрендә БДУ-ның Сибай институты студенттары менән осрашты. Зариф Закир улы таусылар ҡалаһына һәр ваҡыт ҙур теләк менән килеүен, Урал аръяғы өсөн юғары белемле белгестәр әҙерләгән институтҡа айырым мөнәсәбәттә булыуын белдерҙе. Йәнле һөйләшеү барышында йәштәр депутатҡа бик күп һорауҙар бирҙе. Ҡыҙҙар-егеттәрҙе айырыуса эшһеҙлек, эскелек, суицид, торлаҡ мәсьәләләре борсой. Шулай уҡ балалар пособиеларына, йәш ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында закондар сығарылыуы ҡаралды.
Осрашыу һуңында З.З.Байғусҡаров эштәрендә, уҡыуҙа ҙур уңыштарға өлгәшкәндәргә Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Күптән түгел генә Мәскәүҙә үткән II Бөтә Рәсәй студенттар проекттары конкурсында I урын яулаусы педагогия факультеты студенты Сулпан Байғәлина ла Зариф Закир улы ҡулынан Рәхмәт хаты алып ҡыуанды.
З.З.Байғусҡаров Сибай телевидениеһында тура эфирҙа ҡатнашҡандан һуң, йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә шәхси һорауҙар буйынса граждандарҙы ҡабул итте.