Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ноябрь 2019, 10:00

Бала тәрбиәләгән өсөн 50 һумлыҡ ярҙам башҡаса түләнмәй

Ил башлығы тура эфир ваҡытында 2020 йылдан килеме 45 меңдән артмаған ғаиләләрҙең бала тәрбиәләгән өсөн яҡынса 10 мең тирәһе аҡса аласағы тураһында әйткән ине.

Рәсәй Президенты Владимир Путин яңы указға ҡул ҡуйған. Уға ярашлы, 1 ғинуарҙан быға тиклем йәш ярымдан алып өс йәшкәсә балаларға түләнеп килгән 50 һумлыҡ ярҙам бөтөрөлә.
Ил башлығы тура эфир ваҡытында 2020 йылдан килеме 45 меңдән артмаған ғаиләләрҙең бала тәрбиәләгән өсөн яҡынса 10 мең тирәһе аҡса аласағы тураһында әйткән ине.
Дәүләт думаһы депутаты Ярослав Нилов аңлатыуынса, хәҙер йәшәү минимумы ике күләмдән кәмерәк булған ғаиләләргә, айырым субъктҡа ҡарап, йәшәү минимумы күләмендә бала өсөн аҡса түләнә башлаясаҡ. Шул сәбәпле 50 һумлыҡ ярҙам ғәмәлдән сығарылған да инде.
#ввпутин #президентрф