Хәйбулла районының Маҡан ауыл китапханаһына моделле, йәғни өлгөлө статусы бирелде. Китапхана “Мәҙәниәт” милли проекты һәм «2017-2021 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла район муниципаль районының милли-мәҙәни үҫеше» район программаһы сиктәрендә муниципалитет ярҙамы менән яңыртылған.
Яңы форматта эшләй башлаған мәҙәниәт усағына район хакимиәте төҫлө принтер, персональ компьютер, ә үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы етәкселеге--ноутбук бүләк итте.
Маҡан ауылының моделле китапханаһы ғаилә менән уҡыу үҙәге булараҡ махсуслашасаҡ.
Бында һәр кем күңеленә ятышлы шөғөл таба ала: ҡатын-ҡыҙҙар өсөн “Ағинәйҙәр” клубы, балалар өсөн “Читайка” түңәрәге булдырыла.