АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Ноябрь 2019, 11:00

Яңы маршрут асылды

Сибай урамдары буйлап 8-се һанлы автобус йөрөй башлай. «Башавтотранс» йәмғиәтенең Сибай АТП-һының яңы маршруты «Автовокзал—Сармат ҡасабаһы» йүнәлешендә тәғәйенләнеп, Таусылар проспекты, Зәки Вәлиди, Чайковский, Тасимов, Йәшмә, Энергетиктар урамына ҡәҙәр барып етеп, шул уҡ юлдан кире әйләнә.

27 нобярҙә “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите формалаштырыу” программаһы сиктәрендә Сибай урамдары буйлап 8-се һанлы автобус йөрөй башлай. «Башавтотранс» йәмғиәтенең Сибай АТП-һының яңы маршруты «Автовокзал—Сармат ҡасабаһы» йүнәлешендә тәғәйенләнеп, Таусылар проспекты, Зәки Вәлиди, Чайковский, Тасимов, Йәшмә, Энергетиктар урамына ҡәҙәр барып етеп, шул уҡ юлдан кире әйләнә. Автовокзалдан ҡуҙғалған автобус музей, үҙәк майҙан, «Аструм», «Һаҡмар» сауҙа комплекстары, үҙәк дауахана, балалар дауаханаһы, АЗС, Сармат, Тасимов, Юбилей, Энергетиктар урамы туҡталыштарында туҡтап, кире борола.
Тәүге маршрут автовокзалдан 07.00 сәғәттә сыға, һуңғыһы 21.00 сәғәттә була. Улар араһында интервал 30 минут тәшкил итә.