Башҡортостанға 2 яңы АНСАТ вертолеты ҡайтарыласаҡ. “Транспорт аҙналағы—2019” сараһы сиктәрендә “Дәүләт транспорт лизинг компанияһы” һәм “Транспорт навигация үҙәге” акционерҙар йәмғиәттәре араһында финанс ҡуртымға (лизинг) ике АНСАТ вертолеты биреү буйынса килешеү төҙөлдө. Килешеү төбәк авиация ташыуҙары өлкәһендә үҫешкә һәм 2020 йылда медицина модулле АНСАТ вертолеттарын лизингҡа тапшырыу хеҙмәттәшлегенә нигеҙләнгән.
Санитар авиацияны үҫтереү—Рәсәй Федерацияһының социаль-иҡтисади үҫешенең өҫтөнөклө йүнәлеше. Әлеге ваҡытта илебеҙҙең 45 субъектында санитар авиация эшләй. Киләсәктә һәр кем ҡуллана алырлыҡ һауа тиҙ ярҙамы булдырыу маҡсаты ҡуйылған.
Башҡортостандың үҫеш корпорациһы төбәктә санавиация селтәрен булдырыуға айырым иғтибар бүлә. Ағымдағы йылдың октябрендә медицина авиатранспорты өсөн вертолет майҙансығы сафҡа инде. Объект республика үҫеш корпорацияһының 9 айында килемле эшләүе һөҙөмтәһендә төҙөлдө . “Транспорт навигация үҙәге” “Һаулыҡ һаҡлау”милли проекты сиктәрендә республиканың транспорт һәм юл хужалығы дәүләт комитеты, һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән берлектә камиллаштырыла. Өфөлә барлығы--6, район-ҡалаларҙа медицина учреждениеһына яҡын ерҙәрҙә 8 вертолет майҙансығын булдырыу күҙаллана.