Быйыл “ТЭФИ-регион” конкурсы Волгоград ҡалаһында уҙҙы. Унда Рәсәйҙең 70 торама пунктынан 126 телекомпания ҡатнашты. Жюри ағзаларына конкурсҡа тәҡдим ителгән 500 эште баһаларға тура килде.
“Тамыр” телеканалының беренсе “Бирешмә!” балалар премияһы төп приз—Бронза Орфейға лайыҡ булды. Проект “Телевидение и жизнь: махсус проект” номинацияһында еңеү яуланы.
Проекттың режиссеры Гөлсәсәк Игебаева, башҡарма продюсеры Гөлшат Ғәлиуллина һәм “Тамыр” телеканалының бөтә коллективы киләһе “Бирешмә!” премияһын иғлан итергә әҙерләнә. Еңеүселәрҙе тантаналы бүләкләү 2020 йылдың март айына планлаштырылған.