Яҡын арала “Берҙәм Рәсәй” Һаулыҡ һаҡлау министерствоһы, Эске эштәр министрлығы, эксперттар һәм йәмәғәт эшселәре менән берлектә водителдәргә справка алыу өсөн мотлаҡ медицина тикшеренеүе үтеү менән бәйле яңы тәртиптәрҙе тикшерәсәк. Был турала Йәмәғәт палатаһының коррупцияға ҡаршы көрәш комитеты рәйесе урынбаҫары Александр Хинштейн хәбәр иткән.
Уның билдәләп үтеүенсә, “Берҙәм Рәсәй” партияһы бөтә водителдәрҙе лә өҫтәлмә тест үтергә мәжбүр итеү яҡлы түгел. Яңы тәртип быға тиклем руль артына иҫерек килеш ултырып тотолған йәки башҡа административ хоҡуҡ боҙоуҙа ғәйепләнгән граждандарға ғына ҡағылырға тейеш.