Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ноябрь 2019, 16:00

Ҡыйыу улдары менән ғорурлана

Бөгөн Өфөнөң “Башҡортостан” дәүләт концерт залында Әсә көнө уңайынан уҙғарылған тантанала республиканың 4 ғаиләһе “Ата-әсә батырлығы” миҙалы менән бүләкләнде. Улар араһында Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылынан Бикбовтар ҙа бар. Юғары наградаға лайыҡ булыр өсөн ниндәй улдар-ҡыҙҙар үҫтерергә , нисек тормош көтөргә кәрәк икән?

Бөгөн Өфөнөң “Башҡортостан” дәүләт концерт залында Әсә көнө уңайынан уҙғарылған тантанала республиканың 4 ғаиләһе “Ата-әсә батырлығы” миҙалы менән бүләкләнде. Улар араһында Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылынан Бикбовтар ҙа бар. Булат Шаһимарҙан улы мәрхүмә ҡатыны менән 57 йыл бергә ғүмер иткән. Юғары наградаға ғаилә башлығы 5 баланы намыҫлы, эшһөйәр итеп тәрбиәләгән өсөн лайыҡ булған. Булат Бикбовтың Хәйбулла районының Йәнтеш ауылында йәшәгән улы Юлай уттан 3 баланы ҡотҡарыуы уңайынан “Янғында батырлыҡ күрһәткәне өсөн” миҙалы менән наградланған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: был хәл Йәнтештә 2018 йылдың 8 мартында була. Ата-әсәһе өйҙәрендә 3 баланы бикләп ҡайҙалыр сыға. Юлай Бикбов үҙҙәренә ҡунаҡҡа килгән бер туған ҡустыһы Баязит менән һауа алмаштырып урам буйлап йөрөп килергә сыға. Шул ваҡытта ир-егеттәр төтөн еҫен һиҙеп ҡала: Баязит шунда уҡ клуб яғына кеше йәүкәләргә йүгерә, Юлай иһә бер нәмәгә ҡарамай, ут тоҡанған өйгә инеп 3 баланы алып сыға. Булат Шаһимарҙан улы бөгөн ҡыйыу улдары менән сикһеҙ ғорурлана.