Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ноябрь 2019, 10:35

Йырсы ауылдар билдәләнде

“Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә уҙғарылған конкурстың I этабы ауыл мәҙәниәт усаҡтарында уҙҙы. Унда үҙешмәкәр йыр коллективтары--халыҡ, фольклор, эстрада йырҙары вокал, ғаилә, ир-егеттәрҙең вокаль ансамблдәре һәм яңғыҙ башҡарыусылар ҡатнашып, мөмкинлектәрен һынап ҡараны.Конкурста бөтәһе 64 төбәктән 1400 ашыу кеше ҡатнашты. Улар араһынан икенсе этапҡа 355 кеше сыҡты һәм гала-концертта сығыш яһаны.

Баймаҡ ҡалаһының Халыҡ ижады һәм ялы үҙәгендә ауыл биләмәләре араһында ойошторолған "Йырсы ауыл" республика вокал сәнғәте конкурсының II район этабы һәм гала-концерты үтте.
“Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә уҙғарылған конкурстың I этабы ауыл мәҙәниәт усаҡтарында уҙҙы. Унда үҙешмәкәр йыр коллективтары--халыҡ, фольклор, эстрада йырҙары вокал, ғаилә, ир-егеттәрҙең вокаль ансамблдәре һәм яңғыҙ башҡарыусылар ҡатнашып, мөмкинлектәрен һынап ҡараны.
Конкурста бөтәһе 64 төбәктән 1400 ашыу кеше ҡатнашты. Улар араһынан икенсе этапҡа 355 кеше сыҡты һәм гала-концертта сығыш яһаны.
Жюри ағзалары райондың йырсы ауылы тип Иҫке Сибайҙы, Ишбирҙене, Таулыҡайҙы, Бикеште, Сыңғыҙҙы, Буранбайҙы, Уралды һәм Комсомолды атаны. Улар 2020 йылдың февраль-мартында Өфөлә "Йырсы ауыл" республика вокал сәнғәте конкурсының III этабында Баймаҡ районы намыҫын яҡлаясаҡ.