Әсә көнө алдынан Сибай ҡала хакимиәте етәкселеге бер нисә акция иғлан итте. Мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә, башҡа учреждениеларҙа эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙең әсәйҙәренә почта аша Рәхмәт хаттары ебәреп ҡыуандырҙы. Шулай уҡ ҡаланың бала табыу йортонан сыҡҡан әсәйҙәрҙе тәбрикләнеләр.
Улдар көнө билдәләнгән 22 ноябрҙә бала табыу йортонан 3 әсә 4 малай алып сыҡты. Нисек тиһегеҙме? 16 ноябрҙә Динә һәм Йәмил Әбдрәхимовтарҙың игеҙәктәре—Ирхан һәм Эмирхан донъяға килгән. Бәхетле әсәне ире, өлкән улы Кәрим генә түгел, өләсәһе Гүзәл, ҡарт өләсәһе Таңсулпан Вәхит ҡыҙы, туғандары ҡаршы алды.
--Икенсе, өсөнсө бүләләремде күреп ҡыуанып ултырам,-- ти 66 йәшлек ҡарт өләсәй Таңсулпан Әхмәтйәнова –20 йәшемдә кейәүгә сыҡтым, ҡыҙым Гүзәл дә, ейәнсәрем Динә лә шул ваҡытта ғаиләле булды. Ошондай шатлыҡлы мәлдәр кисереүемә Аллама мең рәхмәттәр әйтәм!
Әлфиә Йосопованың бәпес алып ҡайтыуын ире Илгиз менән улы Илназ, әсәһе, ҡәйнәһе түҙемһеҙлек менән көттө. Улар инде күптән яңы тыуған сабыйға Ильяс тип исем уйлап ҡуйған.
Рәмилә һәм Альберт Байрамғоловтар өсөнсөгә атай-әсәй булған. Улар өлкән балалары Арсен һәм ҡыҙҙары Нәркәскә бәләкәс Арсланды иш иткән. Өс таған таймай—Байрамғоловтар быны бик яҡшы белә.
Бала табыу йорто табиптары һәм шәфҡәт туташтары бәхетле әсәләрҙе Әсә көнө, ғаиләләренең ишәйеүе менән ҡотлап Республика Башлығының яңы тыуған сабыйҙар өсөн йыйылмаһын бүләк итте. Имен-һау бушанған әсәләр аҡ халатлыларға бөтәһе өсөн дә ҙур рәхмәт әйтте.