Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ноябрь 2019, 10:00

Путин медицина справкаһы ҡиммәтләнеүенә фекерен белдергән

Кисә 22 ноябрҙән медицина справкаһының ҡиммәтләнеүе тураһында яҙып үткәйнек. Был өлкәлә икенсе үҙгәрештәр ҙә көтөлә.

Рәсәй Президенты Владимир Путин водителдәрҙең медицина тикшеренеүе үтеүенә яңылыҡ индереп маташыуҙы юҡ менән булыу тип атаған.
“Был турала мин үҙем киң мәғлүмәт саралары аша ғына белдем. Юҡ нәмә тип иҫәпләйем мин уны,”—тип үҙ фекерен белдергән ил башлығы.
Уның әйтеүенсә, водителдәрҙе тикшереп тороу кәрәк, әммә бында аҡыл менән эш итеү мөһим. Яңылыҡтарҙың яйлап-яйлап индерелеүе зарур.
Кисә 22 ноябрҙән медицина справкаһының ҡиммәтләнеүе тураһында яҙып үткәйнек. Был өлкәлә икенсе үҙгәрештәр ҙә көтөлә. Һаулыҡ һаҡлау министерствоһы 20 ноябрҙәге приказ менән медицина справкаһына хаҡ арттырыуҙы кисектереп торған. Яңы ҡағиҙәләрҙең 2020 йылдың 1 июлендә индерелеүе көтөлә.
Читайте нас: