Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ноябрь 2019, 16:05

Көрәшселәр майҙан тота

Сибай, Өфө, Белорет, күрше Ырымбур өлкәһенең Орск, Новорск Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһынан, Ҡыҙыл, Гранитный ҡасабаларынан грек-рим көрәшен үҙ итеүселәр көс һынаша. Кем бил бирмәҫ майҙан батыры булыр?

Сибай ҡалаһында Рим Солтанов иҫтәлегенә грек-рим көрәше буйынса республика турниры башланды. Унда Сибай, Өфө, Белорет, күрше Ырымбур өлкәһенең Орск, Новорск Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһынан, Ҡыҙыл, Гранитный ҡасабаларынан спортсылар көс һынаша. Ярышты рәсми асыу тантанаһында баш ҡаланың көрәш спорты федерацияһы рәйесе, спорт мастеры Илдар Фәйезов, республиканың көрәш спорты федерацияһы ағзаһы Илья Рәхимғолов, грек-рим көрөше буйынса донъя чемпионы Исмаил Насруллаев ҡатнашты.
Көрәшселәр бөгөн һәм иртәгә беренселек өсөн майҙан тотасаҡ.