Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ноябрь 2019, 16:00

Һалымыңды түлә

Рәсәй Һалым кодексының 23-сө статьяһына ярашлы, граждандар һалым түләргә тейеш. Шуға 2 декабргә тиклем ошо бурысты атҡарырға тейеш икәнебеҙҙе оноторға ярамай.

Рәсәй Һалым кодексының 23-сө статьяһына ярашлы, граждандар һалым түләргә тейеш. Шуға 2 декабргә тиклем ошо бурысты атҡарырға тейеш икәнебеҙҙе оноторға ярамай. Граждандарҙың һалым түләгәндә ташламаларға ла хоҡуғы бар. Мәҫәлән, ер һалымына. Һалым буйынса бурысығыҙ хаҡында йәшәгән урынығыҙ буйынса һалым инспекцияһына барып белергә мөмкин. Бынан тыш, “Һалым түләүсенең шәхси кабинеты” йәки “Һалым түлә” сервистары ярҙамында онлайн режимда түләргә була. Улар Федераль һалым хеҙмәтенең сайтында (nalog.ru) урынлашҡан.