Кисә Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Р.Х.Ибраһимов вазифаһынан бушатылды. Был хаҡта мәсьәлә 20 ноябрҙә үткән муниципаль Совет ултырышында ҡаралды. Район Советы депутаттары, учреждение һәм ойошмалар етәкселәре Раил Хазморат улына бергә уңышлы эшләгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.