Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ноябрь 2019, 17:35

Тәғәйенләнеше ҙур

Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә дәүләт мәғлүмәт системаһының автоматизацияланған эш урынына тоташтырылған планшетлы компьютерҙар менән төбәктең 345 тиҙ медицина ярҙамы бригадалары тәьмин ителә. Уларҙың бер ни тиклем өлөшө медицина учреждениеларына, шул иҫәптән Сибай үҙәк ҡала дауаханаһына ошо көндәрҙә ҡайтарылған.

Сибай үҙәк ҡала дауаханаһының тиҙ медицина ярҙамы хеҙмәте “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә заманса ҡорамалдар--планшеттар менән тәьмин ителде.
Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә дәүләт мәғлүмәт системаһының автоматизацияланған эш урынына тоташтырылған планшетлы компьютерҙар менән төбәктең 345 тиҙ медицина ярҙамы бригадалары тәьмин ителә. Уларҙың бер ни тиклем өлөшө медицина учреждениеларына, шул иҫәптән Сибай үҙәк ҡала дауаханаһына ошо көндәрҙә ҡайтарылған. Медицина хеҙмәткәрҙәре замана техникаһы ярҙамында саҡырыуҙарҙы онлайн режимында ҡабул итә, сирлегә ярҙам күрһәтергә китеп барышлай юлда уҡ уның ауырыуҙарын өйрәнә, беренсел медицина документацияһын аса, дауаханалағыларҙы пациенттың хәле, уға ниндәй ярҙам кәрәклеген белгертә ала.
Медицина учреждениеһындағы аҡ халатлылар үҙ сиратында бәләгә тарыусыны ҡабул итергә әҙер торасаҡ, үлем менән йәшәү араһындағыларҙың ғүмерен һаҡлап алып ҡалыуға булышлыҡ итәсәк.
Читайте нас: