Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ноябрь 2019, 10:00

Путиндың бесәйе нисек япон телен аңлай башлаған?

Швед лингвистары һәм зоологтары фекеренсә, бесәйҙәр ҙә үҙҙәренә күрә “һөйләшә” икән. Улар, хужаһының ниндәй телдә һәм диалекта һөйләшеүенә ҡарап, үҙенең “һүҙҙәрен” яңыса үҙгәртә алыуға һәләтле.

Швед лингвистары һәм зоологтары фекеренсә, бесәйҙәр ҙә үҙҙәренә күрә “һөйләшә” икән. Улар, хужаһының ниндәй телдә һәм диалекта һөйләшеүенә ҡарап, үҙенең “һүҙҙәрен” яңыса үҙгәртә алыуға һәләтле. Өйрәнгән хужаһын икенсе милләт вәкиленә алыштырып, сит илгә күсеп киткән хәлдә, яңы телгә өйрәнеү өсөн бесәйҙәргә бер нисә йыл талап ителә.
Мәҫәлән, Рәсәй Президенты Владимир Путин 2012 йылда уҡ япон губернаторына Мир ҡушаматлы тоҡомло бесәй бүләк иткән. Бесәйҙең яңы хужаһы Норихиса Сатаке былтыр ғына уның япон телен “аңлай” башлауын хәбәр иткән. Хайуанҡайҙың бите лә япон һыҙаттары ала башлаған.

#владимирпутин #ввпутин #президентрф
Читайте нас: