Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ноябрь 2019, 11:05

Ир-егеттәргә атайҙар капиталы түләнә башлай

Атайҙар капиталын алыу өсөн нимә талап ителә?

Башҡортостанда өсөнсө балаға атайҙар капиталы индерергә уйлайҙар. Республиканың Йәмәғәт палатаһы йыл аҙағына тиклем был мәсьәләне тикшереүгә ҡуясаҡ. Ҡарар ҡабул ителгәс, уның Рәсәй Йәмәғәт палатаһына ебәрелеүе көтөлә.
Әлеге ваҡытта икенсе һәм артабанғы балалары тыуған, йә уларҙы уллыҡҡа алған ғаиләләрҙең әсәлек капиталы алыу мөмкинлеге бар. Күҙалланыуынса, атайҙар капиталы өсөнсө бала тыуғанда бирелә. Ул әсәлек капиталын тулыландырасаҡ.
Атайҙар капиталын алыу өсөн нимә талап ителә? Бының өсөн балаларҙың бер ғаиләлә тыуыуы һәм тәрбиәләнеүе шарт. Шулай уҡ ата-әсәнең никахы мотлаҡ рәсми теркәлгән булырға тейеш.