Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Раил Ибраһимов үҙ теләге менән вазифаһынан бушатыуҙы һорап ғариза яҙған. Был аҙымды башлыҡ төбәктә сифатһыҙ автобус туҡталыштары урынлаштырылыуға бәйле хәлдәрҙе тикшергәндән һуң яһаған. Арзанлы ҡоролмалар«Инцидент менеджмент» программаһы мониторингына эләгеп, уға Республика Башлығы Радий Хәбиров етди иғтибар бүлгән. Һөҙөмтәлә районға Контроль идаралығы хеҙмәткәрҙәре йүнәлтелгән.
Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, хаҡтары 96 мең һумға ҡәҙәр күтәрелеп күрһәтелгән 10 туҡталыштың үҙ хаҡы ике тапҡырға арзан булған. Һөҙөмтәлә республика ҡаҙнаһына 500 мең зыян килгән. Факт буйынса тупланған материал хоҡуҡ һаҡлау органдарына ебәрелгән.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Хәйбулла районының муниципалитет Советы ултырышы бөгөн кис буласаҡ. Шунда башлыҡтың үҙ вазифаһынан бушатылыуы ҡараласаҡ.