АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ноябрь 2019, 06:35

Ышыҡ түгел Аҡъяр туҡталыштары

Туҡталыш булғас, елгә елбергәп торғаны түгел, ел-ямғырҙан, ҡар-бурандан ышыҡланырлыҡ булһын ул. Хәйбуллалар етәкселәрҙән стандарттарға тап килгән уңайлыҡтар талап итә. Ҡыҙғанысҡа күрә, мәңге ел тынмаған Аҡъярҙа сифаты түбән, арзанлы автобус туҡталыштары ҡуйылған. Был хаҡта социаль селтәрҙәрҙә йәмәғәтселәр яҙып сыҡҡайны. Мәғлүмәткә Респубика Башлығы Радий Хәбиров айырым иғтибар бүлеп, районға ошо көндәрҙә контроль идаралығы тикшереүселәрен йүнәлткән.

Туҡталыш булғас, елгә елбергәп торғаны түгел, ел-ямғырҙан, ҡар-бурандан ышыҡланырлыҡ булһын ул. Хәйбуллалар етәкселәрҙән стандарттарға тап килгән уңайлыҡтар талап итә. Ҡыҙғанысҡа күрә, мәңге ел тынмаған Аҡъярҙа сифаты түбән, арзанлы автобус туҡталыштары ҡуйылған. Был хаҡта социаль селтәрҙәрҙә йәмәғәтселәр яҙып сыҡҡайны. Мәғлүмәткә Респубика Башлығы Радий Хәбиров айырым иғтибар бүлеп, районға ошо көндәрҙә контроль идаралығы тикшереүселәрен йүнәлткән. Кисә Башлыҡ Республика Хөкүмәтенең сираттағы ултырышында ла был мәсьәләне күтәрҙе.
--Ваҡытлы матбуғатҡа даими мониторинг уҙғарабыҙ. Хәйбуллалағы туҡталыштар тураһында видеояҙма күргәс тә төбәккә контроль идаралығы белгестәрен ебәрҙем. Тикшереүселәр туҡталыштарҙың хаҡы ике тапҡырға күтәрелеп күрһәтелеүен асыҡланы. Александр Геннадьевич Сидякиндан Хәйбулла районындағы хәлде анализлауын, ғәйеплене табыуын, артабан нимә эшләргә кәрәклекте асыҡлау буйынса тәҡдимдәр көтәм,--тине Радий Фәрит улы.
Тикшереү материалдарынан шулар мәғлүм булған: туҡталыштар юғары хаҡ менән эшләтелеп кенә ҡалмаған, уларҙың проекттан ҡырҡа айырылыуы ла асыҡланған. Һәр “павильон” смета буйынса 95,9 мең һумлыҡ булырға тейеш. Улар барыһы 10. Күрелгән зыян 500 мең һум тәшкил итә.
Тикшереү материалдары хоҡуҡ һаҡлау органдарына йүнәлтелгән.