Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы экология хәүефһеҙлеге бүлеге хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, Сибайҙағы һуңғы ваҡиғалар махсус күҙәтеү станцияһын булдырыу кәрәклеген күрһәткән.
Сибай ҡала хакимиәтендә үткән кәңәшмәлә лә һауа бысраныуын контролдә тотоусы автоматлаштырылған станция урынлаштырыу мәсьәләһе ҡаралды. Үткән аҙнала махсус станция Сибай баҙары биләмәһенә алып киленгәйне.
Автоматик ҡоролма урынлаштырыу өсөн хакимиәт ер биләмәһе бүлгән. Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы станция бинаһын ҡорған, кәрәкле приборҙар һатып алынған. Тиҙҙән станция сафҡа инәсәк.