Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ноябрь 2019, 19:00

Әсәләр—нур сәсәләр

Ошо юлы республикала “Әсәлек даны” миҙалын алыусы күп балалы әсәләр араһында иң күбе хәйбуллалар булыуы ҡыуандырҙы.

Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Раил Ибраһимов һәр ваҡыттағыса баш ҡаланан “Әсәлек даны” миҙалы алып ҡайтыусыларҙы айырым тәбрикләне. Башлыҡ менән осрашыуҙа бәхетле күп балалы әсәләр—Гөлнара Баракова, Эльвира Евтеева, Нәзилә Игебаева, Гөлсинә Ҡадаева, Рәмзилә Ҡәйепова, Альбина Ҡудашева, Анжела Семёновна, Тәслимә Хәмиҙуллиналар Өфөләге тантананан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты, юл мәшәҡәттәрен хәл итеү өсөн рәхмәттәрен белдерҙе.
Раил Хазморат улы ҡатындарҙың һәр ҡайһыһына айырым иғтибар бүлде, йәшәү шарттары менән ҡыҙыҡһынды. Гүзәл заттар бер-бер артлы ғаиләләре менән таныштырҙы. Улар шулай уҡ үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе лә күтәрҙе. Башлыҡ һәр береһенең үтенесен иҫәпкә алды һәм төбәктең демографик үҫешенә тос өлөш индергән әсәләрҙе яҡынлашып килгән Әсәләр көнө менән ҡотланы. Әйткәндәй, ошо юлы республикала “Әсәлек даны” миҙалын алыусы күп балалы әсәләр араһында иң күбе хәйбуллалар булыуы ҡыуандырҙы.