Рәсәй Президенты Владимир Путин һәләтле кешеләргә бирелергә тейешле президент гранты һанын арттыра. Йәғни, ул 5 меңдән 6,5 меңгә тиклем күтәрелә. Указда: “2020 йылдың 1 сентябренән Рәсәй Федерацияһы президенты грантын 6500-гә тиклем күтәрергә,”—тип әйтелгән.
Грантҡа һөнәри һәм фәнни ойошмаларҙа тороусылар, юғары уҡыу йорттарына инеүселәр дәғүә итә ала. Уларҙың билдәле бер өлкәлә юғары күрһәткестәргә өлгәшеүе мотлаҡ.
Гранттың күләме—20 мең. Уны ай һайын алырға була. Әммә йыл һайын уны ала алыу хоҡуғыңды иҫбатлап торорға кәрәк.