Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ноябрь 2019, 18:00

Һауа бысраҡмы, юҡмы?

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы экология хәүефһеҙлеге бүлеге хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, Сибайҙағы һуңғы ваҡиғалар махсус күҙәтеү станцияһын булдырыу кәрәклеген күрһәткән. Ошо көндәрҙә, ниһайәт, былтырҙан алып көкөрт төнөнөнә тонсоҡҡан ҡалаға һауа бысраныуын контролдә тотоусы автоматлаштырылған станцияны урынлаштырыу мәсьәләһе ыңғай хәл ителде.

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы экология хәүефһеҙлеге бүлеге хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, Сибайҙағы һуңғы ваҡиғалар махсус күҙәтеү станцияһын булдырыу кәрәклеген күрһәткән. Социаль селтәрҙәге “Сибай, дыши!”төркөмө әүҙемсәләре лә күптән урында һауалағы зарарлы матдәләр торошон күрһәтеүсе махсус ҡорамал алыуҙы алғы планға ҡуйҙы.
Ошо көндәрҙә Сибай ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Илшат Ҡадыров республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының экология хәүефһеҙлеге бүлеге начальнигы Фларида Ремезова, дәүләт аналитика контроле идаралығы начальнигы урынбаҫары Римма Хәтмуллина, тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Сибай территориаль комитеты рәйесе Гөлнар Ноғоманова, ҡаланың баш архитекторы Мөнир Рәхимов, күсмәй торған милек комитеты рәйесе Ольга Шаранова, “Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты”ның Сибай филиалы директоры Алексей Ишимов һәм комбинат вәкилдәре менән һауа бысраныуын контролдә тотоусы автоматлаштырылған станцияны урынлаштырыу мәсьәләһе буйынса кәңәшмә уҙғарҙы.
Билдәле булыуынса, махсус станция ҡалаға үткән аҙнала уҡ алып киленгәйне.
Ҡоролманы урынлаштырыу өсөн хакимиәт ҡала баҙары биләмәһенән ер бүлгән. “Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты”ның Сибай филиалы станция бинаһын ҡорған, кәрәкле приборҙар һатып алынған. Оҙаҡламай станция сафҡа инәсәк.