Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ноябрь 2019, 11:05

Тырыштарға юлдар асыҡ

Сибай педагогия колледжының IV курс студенты Айназ Рыскужин “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы Башлығының стипендияһына лайыҡ булды. Музыка бүлегендә белем алған егет юғары наградаға яҡшы өлгәшкәне, фәнни-ғәмәли эшмәкәрлек менән шөғөлләнгәне тәҡдим ителгән.

Айназдың һыңары Алмаз да музыкант һөнәрен үҙләштерә. Алмаз--фортепианола, Айназ баянда уйнай. Икеһе лә матур йырлай. Уҡыу йортонда бер генә сарала улар ҡатнашлығынан тыш үтмәй. Егеттәр 6 йәштәренән “Йондоҙ” өлгөлө вокал студияһында шөғөлләнә. Рыскужиндар республика, Рәсәй йыр бәйгеләре лауреаттары ғына түгел, Болгарияла үткән “Болгария розалары” халыҡ-ара конкурста I дәрәжәле лауреаттар булып танылған.
#нацпроекты#милли проекттар