Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ноябрь 2019, 18:10

Лайыҡлы хеҙмәткәрҙе—лайыҡлы ялға

Рузилә Рәшит ҡыҙы Ишмөхәмәтова архив өлкәһендә 42 йыл лайыҡлы хеҙмәт иткән. Тырыш хеҙмәткәр Республиканың тарихи архивына 1977 йылда килә. 2007 йылда иһә архив эштәрен ойоштороу һәм хоҡуҡи тәьминәт бүлегенең төп белгес-эксперты булып китә. Оҙаҡ йылдар төрлө архив конкурстарын ойоштороу эштәрен дә алып бара.

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһының архив эштәре буйынса идаралығы Рузилә Рәшит ҡыҙын хаҡлы ялға оҙатты. Эшен лайыҡлы рәүештә башҡарып, был өлкәлә күп үрҙәр яулаған хеҙмәткәргә ныҡлы һаулыҡ һәм ғаилә бәхете теләп ҡалабыҙ.