Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Ноябрь 2019, 09:00

Күперҙәр рәтләнә

Башҡортостандың дәүләт юл транспорты етәкселеге республиканың көньяҡ-көнсығышы төбәгендә булып ҡайтҡандан һуң Белорет һәм Баймаҡ райондарында муниципаль-ара юлдар ремонтланасағын һәм күперҙәр һалынасаған белдерҙе.

Күперҙәр рәтләнә
Башҡортостандың дәүләт юл транспорты етәкселеге республиканың көньяҡ-көнсығышы төбәгендә булып ҡайтҡандан һуң Белорет һәм Баймаҡ райондарында муниципаль-ара юлдар ремонтланасағын һәм күперҙәр һалынасаған белдерҙе. Белорет районында Инйәр-Нөҡәт-Айыс юлы аша аҡҡан Шура йылғаһында “Автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә быйыл күпер төҙөлә башлаған да инде. Белорет-Магнитогорск юлындағы 1972 йылда Өкшөк йылғаһы аша һалынған күпер ҙә иҫкергән һәм яҡын арала капиталь ремонт талап итә.
Баймаҡ районында авария хәлендәге Йомаш-Беренсе Этҡол-Үрге Таулыҡай юлындағы күперҙе лә яңыртыу күҙаллана. Был тараф участкалары ла, шулай уҡ Баймаҡ-Ишбирҙе һәм Сибай-Күсей-Хәлил йүнәлешендәге һыҙатта ла 2020 йылда ремонт буласаҡ. Шуныһы ҡыуаныслы: был юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында ҡырсынташ япмаһы асфальтҡа алмаштырыласаҡ.
#нацпроекты#милли проекттар
Читайте нас: