Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Ноябрь 2019, 01:05

Инәү генә аҙ

Көндәр һыуыныу менән халыҡ ваҡ малын кәртәгә бикләһә лә, эре малын ирекле йөрөтә. Сиҙәм ауылында иртән сығып кис ҡайтып өйрәнгән 27 баш тана,һыйырҙар бер мәл юҡ була. Бәләгә тарыусылар полицияға мөрәжәғәт итә.

Инәү генә аҙ
Ауыл халҡы өсөн малға микрочип ҡуйыу бер аҙ ят тойолһа ла, заман шуны талап иткәнен яйлап аңлай башланылар, шикелле. Бәғзеләр, инәү ҙә етә тип иҫәпләй. Хәйбулла районының Сиҙәм ауылында юғалған һыйырҙарҙы тап шуның арҡаһында тапҡандар ҙа инде. Көндәр һыуыныу менән халыҡ ваҡ малын кәртәгә бикләһә лә, эре малын ирекле йөрөтә. Сиҙәм ауылында иртән сығып кис ҡайтып өйрәнгән 27 баш тана,һыйырҙар бер мәл юҡ була. Бәләгә тарыусылар полицияға мөрәжәғәт итә. Рәсәй эске эштәр министрлығының Хәйбулла районы буйынса полиция бүлеге хеҙмәткәрҙәре ике оператив төркөмгә бүленеп, эшкә тотона. Бәхеткә күрә, малын юғалтыусыларҙың береһе һыйырына микрочип ҡуйып, телефонындағы приложениеһы аша уның ҡайһы тирәлә йөрөүен билдәләй алған. Полиция урланған һәүкәштәрҙе Сиҙәмдән 30 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан күрше Ырымбур өлкәһенең Вишневое ауылы янында барып тапҡан. Кеше мөлкәтенә ҡул һуҙған һыбайлы үҙен ҡыуа төшөүҙәрен күреп, ҡасырға маташҡан. Әммә 28 йәшлек бер ҡайҙа ла эшләмәгән Ырымбур өлкәһе кешеһе алыҫ сабып китә алмаған. Уға ҡарата уғырылыҡ статьяһы буйынса енәйәт эше асылған.
Был төбәктән йыл һайын өйөр-өйөр йылҡы юғала. Шуларҙың береһендә генә лә ошондай микрочип булһа, бәлки күптәр аттарының эҙенә өшә алырҙар ине.
Читайте нас: