Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ноябрь 2019, 18:20

Төбәктәр үҫешенә арнала

БДУ-ның Сибай институтында Х халыҡ-ара кимәлдәге Бөтә Рәсәй фәнни-практик кәңәшмә эшен дауам итә. “Биләмәләрҙең тотороҡло үҫеше: теория һәм практика” темаһына фекер алышыуҙа Монголиянан, Ҡырымдан, Рәсәйҙең күп кенә ҡалаларынан ғалимдар, белгестәр ҡатнаша. Ҡунаҡтар юғары уҡыу йорто менән яҡындан танышып, уның биләмәләрендә төбәктең стратегик үҫеше буйынса секцияларға бүленеп эшләй.

Сарала Мәскәүҙән яҡташыбыҙ иҡтисад, философия фәндәре докторы Хәлил Әбүбәкир улы Барлыбаев ҡатнаша. Был сара уның 75 йыллыҡ юбилейына ла бағышлана. Сөнки кәңәшмә бынан 10 йыл элек тап уның тәҡдиме менән башланғыс алған һәм бөгөнгө көндә лә уңышлы уҙғарылыуын дауам итә. Сара һуңында резолюция ҡабул ителде. Унда урында туризмды, халыҡ кәсептәрен, төбәктәрҙе комплекслы үҫтереүгә айырым иғтибар бүленде. Шулай уҡ мөһим тип табылған эштәрҙе тормошҡа ашырыуҙың урта ваҡытҡа иҫәпләнгән планы булдырылды.