Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ноябрь 2019, 11:05

Эшлекле килешеү төҙөлдө

Сибай ҡалаһы хакимиәте һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Р.Ә.Афзалов белдереүенсә, Рәсәйҙең рейтинг агентлыҡтары мәғлүмәттәре буйынса лидерҙар араһында булған юғары уҡыу йорто менән “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә төҙөлгән килешеү ҡала өсөн яңы йүнәлеш.Иң беренсе сиратта вузға барасаҡ абитуриенттарҙы һайлап алып, уларҙы бюджет нигеҙендә уҡырға индереү мәсьәләһе ҡарала. Был ҡала йәштәре өсөн генә түгел, тотош Урал аръяғы мәктәптәренең сығарылыш кластары уҡыусылары өсөн дә ҙур мөмкинлектәр аса. Шулай уҡ бюджет нигеҙендә белем алыуға Сибайҙың урта махсус белем биреү йорттарын тамамлаусылар ҙа дәғүә итә ала.

Эшлекле килешеү төҙөлдө
Сибай ҡалаһы хакимиәте һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Р.Ә.Афзалов белдереүенсә, Рәсәйҙең рейтинг агентлыҡтары мәғлүмәттәре буйынса лидерҙар араһында булған юғары уҡыу йорто менән “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә төҙөлгән килешеү ҡала өсөн яңы йүнәлеш.
Иң беренсе сиратта вузға барасаҡ абитуриенттарҙы һайлап алып, уларҙы бюджет нигеҙендә уҡырға индереү мәсьәләһе ҡарала. Был ҡала йәштәре өсөн генә түгел, тотош Урал аръяғы мәктәптәренең сығарылыш кластары уҡыусылары өсөн дә ҙур мөмкинлектәр аса. Шулай уҡ бюджет нигеҙендә белем алыуға Сибайҙың урта махсус белем биреү йорттарын тамамлаусылар ҙа дәғүә итә ала.
--Ҡаланың күп тармаҡлы профессиональ, төҙөлөш һәм сервис колледждарында һөнәр алыусылар юғары белемгә маҡсатлы ынтылыусан. Тап шундайҙарҙан яҡшы белгестәр сыға һәм улар ҡала предприятеларына бик кәрәкле,--ти Рөәстәм Әхмәткәрим улы.—“Водоканал” йәмғиәте баш ҡаланың юғары уҡыу йорто менән хеҙмәттәшлек итеүгә әҙер. Тап бында вуздың база кафедраһын урынлаштырыу ҡарала. Предприятиела йәш белгестәрҙе практик яҡтан әҙерләүгә бөтә шарттар ҙа булдырылған. Шулай уҡ фәнни-тикшеренеү йүнәлешенә лә нигеҙ бар.
#нацпроекты#милли проекттар
Читайте нас: